Башҡортостанда һауа торошоноң яҡшырыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 12 сентябрҙә, төндә генә ямғыр яуыуы ихтимал. Шаршамбы көнбайыштан юғары баҫымлы атмосфера ағымы килә. Болоттар тарала, һауа +15, +20 градусҡаса йылына. Ләкин төндә көҙгөсә һалҡын, +3, +8 градус.
Уҙған ял көндәренә килгәндә, ҡайһы бер райондарҙа көслө ямғыр яуып үткән. Мәҫәлән, Белорет һәм Учалы райондарында урыны менән айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 120-180% яуған.