Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
92.62
-0.48
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь , 10:03

Башҡортостанда аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда яңы аҙна ямғыр менән башлана, көндәр бер аҙ йылыта. «Башинформ»ға Башгидромет синоптиктарынан билдәле булыуынса, бөгөн, 11 сентябрҙә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа +11, +16 градусҡаса йылына.

Шишәмбе, 12 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнсығыштан. Төндә  +4, +9, көндөҙ +13 +19 градус йылы.

Шаршамбы, 13 сентябрҙә, йәнә ямғыр яуа. Ел төндә төньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Төндә  +3, +8, көндөҙ +14, +19 градус була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-11/nachalo-novoy-nedeli-v-bashkirii-budet-dozhdlivym-i-teplym-3429700

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас в