

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 2-гә Йәмәғәт кол-үҙәгенә республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү буйынса 15 шылтыратыу килгән. Был турала «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта кол-үҙәк эшен ойоштороу өсөн яуаплы Анна Сучкова хәбәр итте.
«Әлеге ваҡытҡа етди хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлмәгән. Йәштәр башлыса тауыш биреүҙең сәғәт нисәгә тиклем дауам итеүе, үҙҙәренең ҡайһы участкаларын асыҡлай, шулай уҡ өйҙә һайлау мөмкинлеген булдырыуҙы һорап шылтыратты. Тағы бер һайлаусыбыҙ ни өсөн һайлау участкаларында ҡарабойҙай таратмауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ участкала ҡараңғыраҡ булыуға ялыу килде, ләкин мәғлүмәт раҫланманы», - тип һөйләне Анна Сучкова.
Кол-үҙәк тауыш биреү тамамланғансы, йәғни киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй, тип билдәләне ул. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында ике сәғәт һайын шылтыратыуҙар тураһында тулы отчет баҫыла. Йәмәғәт кол-үҙәгенең телефоны: 218-16-84.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.