09:15 (UTC+5), 10 Сентября 2023

Башҡортостан дауаханаларында 28 ваҡытлыса һайлау участкаһы эшләй

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда 10 сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау барышында пациенттарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә тауыш биреү өсөн 28 ваҡытлыса һайлау участкаһы асылған. Был хаҡта «Һайлау - 2023» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә уҙған брифингта Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мобилизация әҙерлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Тимур Екимов һөйләне.

«Дауаханаларҙа пациенттар ҙа, эш урынын ҡалдырып китә алмаған медицина хеҙмәткәрҙәре лә тауыш бирергә мөмкин», - тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле.

Тимур Екимов һүҙҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлау барышында медицина ойошмаларында граждандарҙың йәшәгән урыны буйынса 96 һайлау участкаһы эшләй. Медицина колледждары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм башҡалар.  Медицина учреждениеһы майҙансығында тауыш биреү әүҙем бара, ти Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһының баш табибы Булат Ғәрифуллин.

«Процент нисбәтендә был республика буйынса һайлау участкаһына ҡарағанда юғарыраҡ», - тип билдәләне дауахана етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-10/v-bolnitsah-bashkirii-organizovano-28-vremennyh-izbiratelnyh-uchastkov-3427745

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика