06:12 (UTC+5), 08 Сентября 2023

Өфөлә Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы дауам итә

Фото: Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Өфөлә Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы бара, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.

Йәйәүлеләр тротуарын түшәү, тышҡы яҡтыртыуҙы монтажлау, инженер селтәрҙәрен төҙөү, йәшелләндереү, шулай уҡ бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу кеүек эштәрҙе атҡарыу бурысы тора.

«Әлеге ваҡытта емереү эштәре башҡарылған. Төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса 2024 йылда, ҡаланың юбилейына тамамларбыҙ», — тип йомғаҡ яһаны Ратмир Мәүлиев.

Башинформ хәбәр иткәнсә, реконструкцияланған Нефтехимиктар паркы 12 июндә — Ҡала көнөндә асылғайны. Уның янындағы биләмәне ниндәй үҙгәрештәр көтә, ошо хаҡта тулыраҡ — бында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-08/v-ufe-prodolzhaetsya-vtoroy-etap-blagoustroystva-parka-kultury-i-otdyha-neftehimikov-3424534

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика