06:33 (UTC+5), 07 Сентябрь 2023

Тиҙҙән Ауырғазы районында милли проект сиктәрендә алтынсы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла

Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Элина Әхмәтова

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу эштәре тамамлана. Модулле бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһы ярҙамында һатып алынған.

Ул йылытыла, һыу менән тәьмин ителә, барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар бар. Авария хәлендәге элекке медпункт һүтелгән.

Әле подрядсылар биләмәне төҙөкләндерә, ә табиптар медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензияһын көтә. Тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пункты тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлай.

«Төрөмбәттә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына бик шатбыҙ. Унда 38 йыл эш стажы булған фельдшер, быға тиклем дә 400-ҙән ашыу кешене дауалаған Рәйлә Ҡотлоюлова эшләй», — тип хәбәр итте Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Альберт Сәйетов.

Төрөмбәт ФАП-ы— Ауырғазы районында милли проект буйынса төҙөлгән алтынсы медпункт. Башинформ хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2023-09-06/v-aurgazinskom-rayone-bashkirii-v-ramkah-natsproekta-skoro-otkroetsya-shestoy-fap-3422227

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика