
Башҡортостанда етем балалар кеҫә сығымдарына айлыҡ түләүҙәр алырға хоҡуҡлы. Премьер-министр Андрей Назаров республика хөкүмәте ултырышында ошо турала белдерҙе.
«Ҡануниәт төбәктәргә етемдәргә өҫтәмә ярҙам төрҙәрен билдәләү хоҡуғын бирә. Беҙ Башҡортостанда шундай өҫтәмә сара булдырҙыҡ. Бынан тыш, проект Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумының төбәк этабында еңеп сыҡты. Етем балалар учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә ваҡ-төйәккә аҡса биреү практикаһын индереү тураһына идея «Социаль инициатива» номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды», — тине премьер-министр.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, хәҙер республиканың 15 ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә 494 бала йәшәй. Улар тулыһынса дәүләт тәьминәтендә. Уларҙың 409-ына (10 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар ) ай һайын кеҫә сығымдарына аҡса бирелә башлай.
Был маҡсатҡа республика бюджетынан 2,5 миллион һум йүнәлтелә.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында» төбәк законына үҙгәрештәр индерергә ҡушылды.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 882 бала йәшәй. Шул уҡ ваҡытта 10 баланың 9-ы - тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.