16:32 (UTC+5), 07 Сентября 2023

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия ғилми-белем биреү үҙәге йортонда булды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

7 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров студенттар һәм ғалимдар өсөн яңы эш һәм ижади киңлектә – Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йортонда булды. Ул 2023 йылдың авгусында республиканың Фәндәр академияһында асылды.

Республика етәксеһе дәрес, ял итеү һәм презентациялар өсөн бүлмәләрҙе ҡараны, Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең йәш ғалимдары һәм аспиранттары менән аралашты, шулай уҡ фәнни-белем биреү өлкәһен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов һүҙҙәренсә, дөйөм майҙаны 1,3 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән майҙанда 110 урынлыҡ мультимедиалы экран менән йыһазландырылған күп функциялы зал, 55 һәм 32 урынлыҡ ике аудитория, һөйләшеүҙәр, офис бүлмәләре, open-space форматындағы үҙ аллы әҙерлек зонаһы, киберспорт клубы, компьютер класы һәм кофе-брейктар зонаһы бар.

Радий Хәбиров «Университет импульсы» йәштәр студент проекттары ҡатнашыусылары менән аралашты.

Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Денис Нәғимов республика етәксеһен 28 сентябрҙә «Такт» студенттар мюзиклының премьераһына саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығын күп функциялы спорт майҙансығы һәм воркаут булған фиджитал-үҙәк төҙөү концепцияһы, шулай уҡ ғилми үҙәктең киберспорт клубы аудиторияһында балалар өсөн фәнни майҙансыҡ менән таныштырҙылар.

Фиджитал-үҙәк киберспорт клубын һәм спорт майҙансыҡтарын берләштергән үҙенсәлекле спорт инфраструктураһы объекты булып тора. Унда Playstation, VR һәм компьютер зонаһы йыһазландырыла, «аҡыллы» спорт майҙансығында мини-футбол, баскетбол, панна-футбол, воркаут менән шөғөлләнергә мөмкин. Радий Хәбиров ошондай үҙәк булдырыу идеяһын хупланы һәм уны төҙөү өсөн участка һайлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

– Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республиканың фән һәм юғары белем биреү үҫешенә этәргес бирҙе. Бында беҙ фән ҡаҙаныштарын, бизнес һәм юғары мәктәпте берләштерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров йәш ғалимдар һәм аспиранттар менән аралашыу барышында. – Бөгөн ғилми-белем биреү үҙәге яңы этапҡа аяҡ баҫты. Конкурентлы көрәштә ул федераль статус алды, ә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ошондай үҙәктәрҙең ил рейтингында лидерҙар иҫәбенә инде.

Республика етәксеһе Евразия ғилми-мәғариф үҙәге уҡытыусыларын һәм студенттарын уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-07/glave-bashkirii-prezentovali-kontseptsiyu-sozdaniya-fidzhital-tsentra-v-dome-nots-3423511

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика