Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
92.62
-0.48
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 12:29

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковид сирлеләр хаҡында яңы мәғлүмәт хәбәр итте

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 35 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 370,5 мең самаһы кеше ауырыған.

«Әлеге ваҡытта 71 пациент стационарҙа ята, уларҙың 50-һе — ололар, — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Ә 480 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 216-һы - 60 йәштән өлкәндәр».

Пандемия башланғандан алып йәмғеһе 362,8 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-07/minzdrav-bashkirii-soobschil-novye-dannye-o-kovid-zabolevshih-3422748

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас в