Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21 градус.
8 сентябрҙә йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6,+11, көндөҙ +10,+15 градус.
9 сентябрҙә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11, көндөҙ + 10,+ 15 градус, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында +20 градусҡа тиклем.