Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2023, 16:17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлда күреү мөмкинлегенең насарайыуы хаҡында иҫкәртә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе томан төшөүе, шуға бәйле юлда күреү мөмкинлеген насарайыуы хаҡында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 5-6 августа төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе ихтимал, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Шулай уҡ республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 0-5 метр, көндөҙ иһә көньяҡтан, секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +7,+12, көнсығышта +2-гә тиклем, көндөҙ +17,+22 градус. 

Бынан алдараҡ «Башинформ» алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошоноң һаҡланыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-05/mchs-bashkirii-preduprezhdaet-ob-uhudshenii-vidimosti-iz-za-tumana-3420151

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: