ЗАГС реестры Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарға ҡушылған һирәк исемдәр тураһында яңыртылған мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы асыҡлауынса, ата-әсәләр ҡыҙҙарға Айла Клара Элизабет, Асанат, Шакира, Нилуфар һәм Бибисоро, ә малайҙарға Тимурхан, Исмат, Айхан, Мөхәммәтғәли һәм Вираб кеүек ят исемдәр һайлай.