Башҡортостанда бөгөн көндөҙ +21 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 сентябрҙә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ +16 +21градус.
Иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда +23 градусҡаса йылыта.