
Башҡортостандан ғаилә үҙ шөғөлөн бизнесҡа әйләндергән. Республикала һәм унан ситтә танылыу яулаған Ғафури районындағы дөйәғош фермаһының тарихы тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес менән аралашыу төркөмөндә хәбәр иттеләр.
Виталий һәм Әлфиә Смирновтар дөйәғоштарҙы 2014 йылда үрсетә башлаған. Шунан һуң улар «Һоҡланғыс дөйәғош» фермаһын асҡан. Бының өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса дәүләттән ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу өсөн 1,3 миллион һумлыҡ грант алған.
Әлеге ваҡытта «Һоҡланғыс дөйәғош» фермаһы - Ғафури районында йәшәүселәрҙең генә түгел, ҙур биләмәлә иркенләп йөрөгән йәнлектәрҙе һәм ҡоштарҙы ҡарарға килгән туристарҙың да ял итеү урыны.
Ферма хужаларының ҡунаҡтар өсөн кафеһы ла бар. Быйыл эшҡыуарҙар яңы административ корпус асҡан. Йыл аҙағына тиклем Смирновтар ҡош-ҡорт һуйыу һәм ит ярымфабрикаттарын эшкәртеү цехын төҙөп, сафҡа индерергә ниәтләй. Ғафури районының бизнес-шерифы Артур Ғафаров әйтеүенсә, Әлфиә Смирнова «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә тейешле институттарға финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә йыйына. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыуы төркөмөндә Әлфиә Смирнованың проектын тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәтенең муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим иткәнен һөйләне.
Әйткәндәй, Смирновтар былтыр «Башинформ» агентлығы һәм «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте ойошторған «Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проектының геройы булғайны.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.