
Көйөргәҙе районының Ҡотлоюл ауылында яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Әйткәндәй, уны «Атайсал» проекты сиктәрендә шәхси эшҡыуарҙар Мәрүәр һәм Фильсон Сәғәҙиевтар төҙөй.
Изге эшкә тотонор алдынан улар ҡорбан салдырып, ауылдаштарын һыйланы, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
«Ошо сауаплы ғәмәлгә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Изге башланғыс уңышлы тормошҡа ашһын һәм ауыл халҡын һөйөндөрһөн!» - тип яҙған ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» «Атайсал» проектының Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланыуы хаҡында яҙғайны. Уның сиктәрендә республикала тыуып яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең тыуған төйәгенә мөһим объекттарҙы төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.