05:54 (UTC+5), 01 Сентября 2023

Өфөнән 37 йәшлек модель «Миссис Рәсәй Ер» конкурсында еңеү яуланы

Фото: С Щевцованың шәхси архивы
Ләйсән Закирова

Өфөнән 37 йәшлек модель Светлана Шевцова «Рәсәй. Ер-2023» конкурсында беренсе вице-миссис исеменә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ «Иң яҡшы милли костюм» номинацияһында ла еңеү яуланы.

Матурлыҡ конкурсы Мәскәүҙә 27 августа үтте. Унда тотош илдән төбәк этаптарында һайлап алыу турын үткән иң сибәр ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Проект «Рәсәйҙең иң яҡшы социаль һәм мәҙәни проекты» тип танылған.

Светлана әйтеүенсә, был бәйгегә ул еңеү яулар өсөн түгел, ә проект тураһында ентеклерәк белергә барған. Сөнки Өфө ҡыҙы Башҡортостанда үҙенең гүзәллек конкурсын ойошторорға ниәтләй.

Был матурлыҡ конкурстарында тәүге тәжрибә түгел. «Башинформ» яҡташ ҡыҙыбыҙҙың Бөтөн Рәсәй милли мәҙәниәт, ижад һәм матурлыҡ конкурсында еңеүе хаҡында яҙғайны. Тап ошо еңеүҙән һуң уға «Башҡортостандың Мисс һәм Миссис Гәлсәр тажы» гүзәллек бәйгеһе директоры булырға тәҡдим иттеләр. Еңеүселәр «Мисс 18+», «Кейәүҙәге һәм балалы миссис» һәм «Классик 45+» категорияларында билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-01/37-letnyaya-model-iz-ufy-stala-pobeditelnitsey-konkursa-missis-rossiya-zemlya-3415270

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика