08:53 (UTC+5), 01 Сентября 2023

Башҡортостандың юл эшселәре Луганск республикаһында 16 саҡрым юлды ремонтлаған

Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостандың юл төҙөүселәре Луганск Халыҡ Республикаһында 16 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлаған. «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ун объектта эштәрҙе тамамланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.

Улар араһында Красный Луч һәм Хрустальное, Хрустальное һәм Вахрушево тораҡ пункттарын тоташтырған ике юл, Вахрушево, Хрустальное һәм Красный Луч  ҡалаһындағы ете урам, шулай уҡ Петровское ҡалаһындағы 7-се гвардия кавалерия корпусы яугирҙәре мемориалына инеү юлы бар.

Иң ҙур объекттарҙың береһе — Красный Луч ҡалаһындағы дүрт һыҙатлы юл. Уның киңлеге — 14 метр, ә оҙонлоғо 1,2 саҡрым тәшкил итә.

Транспорт министрлығында билдәләүҙәренсә, был эштәр Башҡортостанда юлдар һалыу һәм төҙөкләндереү күләменә йоғонто яһамай: 2023 йылда 1 мең саҡрымдан ашыу юл селтәрен ремонтлау һәм 30 саҡрымдан ашыу яңы юл төҙөү күҙаллана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-01/bashkirskie-dorozhniki-otremontirovali-16-dorog-v-luganskoy-respublike-3415531

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика