1 сентябрҙә Башҡортостанда 528 129 бала мәктәпкә юлланды, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуы эфирында. Уларҙың 52,2 меңдән ашыуы белем биреү ойошмаларына ГЛОНАСС, тахографтар, тиҙлекте сикләү ҡоролмалары менән йыһазландырылған автобустарға ултырып китте.
Эфирҙа әйтеүҙәренсә, транспорт саралары тикшереү үткән һәм ГОСТ талаптарына яуап бирә. Август айында ғына республика мәктәптәре 26 уҡыусыға иҫәпләнгән 18 яңы автобуслы булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың мәктәп автопаркында 1,5 мең автобус иҫәпләнә, шуларҙың меңгә яҡыны 2018 йылдан һатып алынған, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.