

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы хеҙмәтендә Левашовтар династияһы эшләй, уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы 40 йыл тәшкил итә. Династияның беренсе вәкиле – Евгений Николаевич Левашов. Ул 1993 йылдан әлеге көнгә тиклем янғын һүндереү машинаһы водителе булып эшләй. Өлкән Левашов улы Олегҡа һәм ҡустыһы Николайға ла ошо эшкә һөйөү уятҡан.
Олег Евгеньевич янғын һағына 2016 йылда килгән. Хәҙер Петровское ауылында янғын часы командиры вазифаһын биләй. Нәҡ ул ағаһы Николайға армиянан һуң үҙен янғын һағында һынап ҡарарға тәҡдим иткән. Хәҙер ул - Петровское ауылының утҡа ҡаршы көрәшеүселәр командаһында.
«Левашовтар династияһының һәр вәкиле янғын һағында лайыҡлы урын алды һәм һөнәрендә уңыштарға өлгәште. Туғанлыҡ ептәренән тыш, Левашовтарҙы янғын һағының данлы традициялары ла берләштерә», – тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.