Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2023, 13:36

Стәрлебаш мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтовтың исеме бирелде

Стәрлебаш ауылындағы 1-се мәктәп хәҙер Советтар Союзы Геройы Абдулла Әхмәтовтың исемен йөрөтә. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған тейешле ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Абдулла Шәңгәрәй улы Әхмәтов 1938 йылдың октябрендә Ҡыҙыл армия сафына алынған, 1941 йылдың июненән НКВД-ның 142-се полкында ҡыҙылармеец һәм элемтә бүлексәһе командиры булып хеҙмәт иткән. 1942 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында ҡатнашҡан. 1943 йылдың сентябрендә ул ике яугир менән бергә тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыҡҡан һәм бер үк ваҡытта 1,5 км оҙонлоғондағы парлы кабель һуҙған. Алыш ваҡытында элемтәсе 40-ҡа яҡын өҙөлгән кабелде ялғаған, ләкин ҡаты контузия алған.

1944 йылдың 22 февралендә Абдулла Әхмәтовҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.

Бынан тыш, рәсми документтан күренеүенсә, республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларының алғы яғында махсус операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/shkole-v-bashkirii-prisvoili-imya-geroya-sovetskogo-soyuza-abdully-ahmetova-3411968

Читайте нас