06:32 (UTC+5), 30 Августа 2023

Республикала 1 сентябрҙә 17 меңгә яҡын уҡыусы капиталь ремонтланған мәктәптәргә бара

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау тамамлана. Быйылғы миҙгелдә 28 муниципалитетта 77 бина яңыртылған. Был мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән 17 мең самаһы бала уҡый башлай.

Уҡыу йылы башланғансы тиклем бөтә эштәр, мәктәптәрҙе яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы иҫәпкә алып, тамамланырға тейеш. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә улар тамамланған: ремонт эштәре ике йыл дауам иткән (Мишкә, Баҡалы, Бөрө райондарында һәм Стәрлетамаҡта) һигеҙ мәктәп һәм Стәрлебаш районындағы ике мәктәп. Тағы һигеҙ мәктәптә ремонт эштәре тамамланған тиерлек, әлеге ваҡытта эшселәр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнә.

«Башинформ» яҙғанса, мәктәптәрҙе капиталь төҙөкләндереү буйынса федераль программаны тормошҡа ашыра башлағандан алып Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 8 миллиард 610 миллион һум йәлеп иткән. Ремонт яһалған мәктәптәрҙең һаны буйынса республика Рәсәйҙә икенсе урында тора.

«Былтыр яңыртылған 63 мәктәпкә 21 меңгә яҡын уҡыусы барҙы. Быйыл 16,6 мең бала белем алған 77 мәктәптә ремонт башҡарыла. 2026 йылға тиклем республикала бөтәһе 365 белем усағын  капиталь ремонтлау планлаштырыла. Ике йылда 140 мәктәпте төҙөкләндерҙек», - тип белдергәйне Радий Хәбиров мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ярты миллион бала, шул иҫәптән 54 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар 1 сентябрҙә була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/v-bashkirii-1-sentyabrya-v-obnovlennye-posle-kapremonta-shkoly-poydut-okolo-17-tysyach-shkolnikov-3410582

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика