17:22 (UTC+5), 30 Август 2023

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайлыҡ даны» наградаһы менән бүләкләнә

Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда 51 ир-уҙаман «Атайлыҡ даны» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы. Уны күп балалы атайҙарға, табиптар, педагогтар һәм аграрийҙар династияһы вәкилдәренә, музыканттарға, доброволецтарға, спортсыларға, ҡотҡарыусыларға, экологтарға һәм донорҙарға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар тәрбиәләгәндәргә бирелә.

Еңеүселәрҙең исемлеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында баҫылған. Наградалар тапшырыу тантанаһы 4 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында була. Әйткәндәй, 2023 йылда лауреаттар күп, 2021 йылда — 27, 2022 йылда 38 кеше ошо абруйлы награданы алған.

«Атайлыҡ даны»на республиканың 54 муниципалитетынан йәмғеһе 191 ғариза килгән. Айырыуса Әлшәй, Архангел, Белорет, Бөрө, Благовещен, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе һәм Өфө райондары, Өфө һәм Октябрьский әүҙемлек күрһәткән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/obschestvennuyu-nagradu-ottsovskaya-doblest-vruchat-51-zhitelyu-bashkirii-3412399

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика