12:20 (UTC+5), 30 Августа 2023

Башҡортостан яугире МХО зонаһында хәрби оркестр солисы булып хеҙмәт итә

Фото: Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналындағы видеонан скриншот
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан яугире Динар МХО зонаһында хәрби оркестр солисы булып хеҙмәт итә. Уның хаҡында Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналында әйтелә.

Динар мәҙәниәт колледжында белем алған, уны тамамлағас, 2016 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Яҡташыбыҙҙы полк оркестрына ҡабул иткәндәр. Һуңынан ул өс йылға килешеү төҙөгән. Махсус операцияға тиклем Сүриәлә артиллерия дивизионы составында «КамАЗ» водителе булып хеҙмәт иткән. Хәҙер яугир икенсе контрактына ҡул ҡуйған.

«Төп эшмәкәрлегем шәхси состав өсөн уйын ҡоралдарында уйнау, шулай уҡ хәрби оркестрҙар конкурстарында ҡатнашыу, — ти Динар. — Коллектив менән призлы урындар ҙа яуланыҡ. Солист булып киттем. Ҡоралдаш иптәштәрем алдында сығыш яһайым, уларға бик оҡшай».

Яңыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы флейтасыһы Радик Динәхмәтов тураһында яҙғайны. Яҡташыбыҙ «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составындағы Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемендәге башҡорт батальонының медицина взводы санитары булып хеҙмәт итә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-30/boets-iz-bashkirii-sluzhit-v-zone-svo-solistom-voennogo-orkestra-3411658

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика