Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон штабы көн дә үҙенең сафына инергә теләүселәрҙән 20-нән ашыу ғариза ҡабул итә. Был хаҡта республика етәксеһенең Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан отставкалағы полковник Артур Йомағужин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон составында махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр күп. Уларҙың һаулығы яҡшы, хөкөмгә тарттырылмаған булыуы шарт.
Батальонға 2023 йылдың 7 сентябренә тиклем яҙылырға мөмкин. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, кандидаттар араһында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре күберәк. Башлыса Төньяҡ Кавказда, Афғанстанда, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар.
Рәсәй Милли гвардияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, контракт буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға командировканың бер көнөнә - 4240 һум, 31 көнгә - 131 440 һум, 3 айға 394 320 һум түләнә.
Хәрби хеҙмәт осоронда Рәсәй Федерацияһы ордены (миҙалы) менән бүләкләнгән яугирҙәргә бер тапҡыр биш оклад, ай һайын — хәрби дәрәжә буйынса окладтан 50%, контракт төҙөгәндә бер тапҡыр 195 мең һум түләйҙәр. Бынан тыш, контрактсылар өҫтәмә социаль льготаларға һәм хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына гарантияларға, «хәрби хәрәкәттәр ветераны» статусын алыуға һәм льготалы торлаҡ менән тәьмин итеүгә иҫәп тота ала.
Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон сафына инеү өсөн подразделение штабына мөрәжәғәт итергә кәрәк: Өфө, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ бинаһы). Кандидаттар 55 йәшкәсә һәм яҡшы физик формала булырға тейеш. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы 7 (987) 023-76-00 телефоны буйынса бирергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.