Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.65
-0.33
98.58
-0.19
83.6
-0.11
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2023, 17:27

Роспотребнадзорҙа мәктәп ашханаларында порция нормаларын атанылар

Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Фото:Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы

Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының тышҡы коммуникациялар бүлеге начальнигы Регина Аҡмалова Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында мәктәп ашханаларында порциялар нормаһы тураһында иҫкә төшөрҙө.

Улар баланың йәшенә ҡарап иҫәпләнә. Әйтәйек, 7-12 йәшлек баланың иртәнге ашы - 500 (төшкө аш - 700), 12 йәштән өлкәнерәктәрҙең 550 грамм (төшкө аш - 800) булырға тейеш. 7-12 йәшлек балалар өсөн тәүлеклек энергетик ҡиммәт - 2350 ккал, 12 йәштәгеләр һәм унан өлкәнерәктәр өсөн - 2720 ккал.

Яңыраҡ «Башинформ» яңы уҡыу йылында уҡыусылар өсөн ике яңы меню әҙерләүҙәре хаҡында яҙғайны. Унда дөрөҫ туҡланыу принциптары, нутрициологтар һәм диетологтарҙың кәңәштәре иҫәпкә алынған. Уҡыусыларға алма чипсылары, томат соусындағы фрикаделькалар, һыйыр итенән купаттар, балыҡ фишболдары тәҡдим ителәсәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/v-rospotrebnadzore-bashkirii-ozvuchili-normy-portsiy-v-shkolnyh-stolovyh-3410375

Читайте нас: