

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон хәрбиҙәренә Башҡортостан ҡымыҙ етештереүселәренән шифалы милли эсемлек алып барып ташырылған: 40 литр ҡымыҙҙы Йәрмәкәй районынан фермер Зөбәйер Ғәджиев ебәргән.
Зөбәйер Ғәджиев ҡатыны менән ун йылдан ашыу ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә 17-се ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсында ирле-ҡатынлы икенсе урын яулаған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл башында Зөбәйер Ғәджиев ҡымыҙ етештереүгә һигеҙ миллион һумдан ашыу грант еңеп сыҡты. Фермер был аҡсаға мал аҙығы цехы, ферма һәм Учалы районынан тоҡомло бейәләр һатып алған, тип яҙғайны «Башинформ».
Шулай уҡ башҡорт яугирҙәренә һалма, бал, һыу, һабын алып барып тапшырылған. Был хаҡта район ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе һәм «Здесь и сейчас» ирекмәндәр клубы етәксеһе Ынйы Шафиҡова хәбәр итә.
«Тормош беҙҙе тиҙ һәм уйлап эшләргә өйрәтә. Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы ағзалары беҙҙең егеттәр өсөн гуманитар ылау әҙерләүен белеп ҡалғас, уның рәйесе Юлай Моратовҡа шылтыраттыҡ. Кәрәкле тауарҙар исемлеген һорашып, яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәрҙе алдыҡ. М трассаһына сығып, гуманитар йөктө тейәп ебәрҙек. Өй туҡмасы, маскировка селтәрҙәре, яңы һығылған бал, таҙа һыу, ҡымыҙ, һабын, ойоҡбаштар, шырпы — ошо тауарҙарҙы өс көндә әҙерләп ебәрҙек», — ти Ынйы Шафиҡова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.