

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә.
«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 25 августа төндә республиканың көнсығышындағы айырым райондарҙа һауа темератураһының 0-дән алып - 2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе һәм ҡырау төшөүе көтөлә», — тиелә ведомствоның хәбәрендә.
Шуны өҫтәргә кәрәк, яҡын көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +15,+20 градус.