10:35 (UTC+5), 24 Августа 2023

Башҡортостанда Дмитриевка — Кушнаренко трассаһында юл ремонты тамамланды

Бл хаҡта төбәк транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Юл эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса башҡарылған. 

Ремонт участкаһының оҙонлоғо — 3,1 саҡрым. Юл Иҫке Туҡмаҡлы һәм Яңы Ғүмәр ауылдарын тоташтыра. 

«Был юл участкаһы 8 меңдән ашыу кеше йәшәгән ике тораҡ пунктын тоташтыра. Асфальт япмаһы туҙған ине. Шуға күрә бында ремонт талап ителде», — тип аңлатты Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Трасса Шишмә районындағы Дмитриевка ауылын һәм Кушнаренко районы үҙәген тоташтыра. Был юлда шулай уҡ Биш кәзә, Иҫке Ғүмәр, Ҡаратәкә, Яңы Туҡмаҡлы, Яңы Аҡбаш һәм Ахта ауылдары ята. Бынан тыш, трассаның бер өлөшө Е017 маршруты аша үтә.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылған. Милли проект бөтә ил буйынса бара, Рәсәйҙең 84 төбәге һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика