05:57 (UTC+5), 24 Августа 2023

Бөрйән районында «Йәштәр йыйыны – 2023» Волга буйы федераль округы йәштәре форумы үтә

Бөрйән районында 22 августан 25 авгусҡа тиклем «Йәштәр йыйыны – 2023» Волга буйы федераль округы йәштәре форумы үтә. Унда Волга буйы федераль округынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән йәштәр ҡатнаша. 

Улар өсөн бер нисә йүнәлеш буйынса мәғариф-мәҙәни программа әҙерләнгән. Атап әйткәндә, ҡыҙҙар-егеттәр мәктәп һәм студенттар үҙидаралығы, медиатрендтар, социаль селтәрҙә эшләү, ауыл ерендә йәшәүҙе һәм эшләүҙе популярлаштырыу, «Атайсал» йәш яҡташтар берләшмәһен һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү хаҡында һөйләште.

Кисә форум майҙансығына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук форум сиктәрендә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы үтеүе хаҡында һөйләне.

Форум ҡатнашыусылары шулай уҡ «На высоте» ижад фестивалендә һәм студенттарҙың беренсе республика туристик слетында ҡатнаша. «ОбъективНО» беренсе ҡыҫҡа метражлы йәштәр киноһы фестивале һәм «Этника» йәш дизайнерҙар коллекциялары конкурсы.

«Ысын күңелдән әйтәм! Һеҙ – донъялағы иң яҡшы йәштәр. Был шаштырыу түгел, ысынлап та шулай. Һеҙ иң аҡыллылары, иң яҡшылары, иң дөрөҫтәре. Бәлки, ҡайһылыр осраҡта дөрөҫ тә түгелһегеҙҙер, әммә һеҙ бынан тик яҡшыраһығыҙ ғына.

Беҙ һеҙҙән олораҡ һәм ниндәйҙер вазифалар биләйбеҙ. Беҙ ысынында һеҙҙе бик яратабыҙ. Ысын күңелдән һеҙҙең тормошоғоҙ бәхетле, сағыу һәм үҙегеҙ ғорурланырлыҡ булыуын теләйбеҙ. 

Һеҙ – дәүләт, беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙың терәге. Һеҙ беҙҙең ҡулдан байраҡты алып, республиканы һәм илде тик алға барырһығыҙ тип ышанабыҙ. Үҫешегеҙ, ижад итегеҙ, юғалып ҡалмағыҙ, һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ», - тине Башҡортостан Башлығы. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика