

Башҡортостадың һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау программаһын проектын тәҡдим итте. Документ ведомствоның рәсми сайтында йәмәғәт фекер алышыуы өсөн баҫылған.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығына Өфөлә беренсел медицина ярҙамын этаплап модернизациялау планын әҙерләргә һәм уны бюджеттан финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты. Ул шулай уҡ тәү сиратта капиталь ремонтҡа мохтаж поликлиникалар исемлеген асыҡларға ҡушты, тип яҙҙы «Башинформ».
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, алты йылда Өфөлә поликлиникаларҙы модернизациялауға 10,4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонорға ниәтләйҙәр. 2024 йылда модернизациялау программаһына — 500 миллион һум, 2025 йылда — 1,7 млрд һум, 2026 йылда — 2,5 млрд һум, 2027 йылда — 2,5 млрд һум, 2028 йылда — 1,6 млрд һум, 2029 йылда — 1,5 млрд һум бүленәсәк.
Программа бер нисә төп йүнәлеште күҙ уңында тота: транспорт паркын яңыртыу, яңы клиник диагностикалау ҡорамалдары һатып алыу, клиникаларҙы капиталь ремонтлау һәм дауаханалар төҙөү. Атап әйткәндә, Дим районында яңы клиника барлыҡҡа киләсәк, уның майҙансығы билдәләнгән дә инде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.