

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы күп балалы ғаиләләр һаны буйынса иң алдынғы райондарҙы атаны.
Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала 472 мең балалы ғаилә йәшәй, шуларҙың 59 меңе — күп балалы ғаиләләр (2010 йылда — 46,3 мең). Был күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында — беренсе, илдә 7-се урында.
Республикала күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Бөрйән районы алдынғылыҡты бирмәй, унда һәр өсөнсө ғаилә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. 2010 йылда бында һәр дүртенсе ғаилә күп балалы тип һаналған.
Күп балалы ғаиләләр шулай уҡ Баймаҡ (26,9 %), Хәйбуллал(23,5 %) һәм Әбйәлил райондарында (23,2 %) байтаҡ.
2023 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостанда тыуымдың иң юғары күрһәткесе Бөрйән районында теркәлгән — мең кешегә 13,6 бала тыуған. Икенсе урында — Әбйәлил районы, мең кешегә 12,2 бала тыуған, өсөнсө урында — Архангел районы (12,1).
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ниндәй түләүҙәр һәм льготалар бирелеүе тураһында ентекле күрһәтмәләр баҫтырып сығарҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.