Өфөлә 16 сентябрҙән 22 сентябргә тиклем Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында провилле юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары өсөн «ГеоВызов» I Халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға сараны ойоштороусылар.
Чемпионатта Рәсәйҙең 12 төбәгенән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан 18 команда ҡатнаша. Делегаттарҙы 11-ҙән ашыу тематик ярыш, проекттарҙы яҡлау һәм геройҙар уҙышы көтә.
Чемпионатты йүнәлештәре — палеонтология, геохимия, гидрология, радиометрия, минералогия, петрография, геологик киҫелештәр төҙөү, шлих һынауы һ. б.
Сараны Башҡортостан Хөкүмәте һәм Роснедра ойоштора.