13:30 (UTC+5), 21 Августа 2023

Башҡортостан Башлығы туризм министрлығын ҡаты тәнҡитләне

Башҡортостан Башлығы ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәлә үткән ялдарҙа Стәрлетамаҡта үткән «Купец 2.0» фестиваленең ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Радий Хәбиров был сараны, республикала иң яҡшыларҙың береһе, тип атаны.

«Минең ҡарашҡа, был Өфө командаһы өсөн иң яҡшы фестивалдәрҙең береһе. Ҡунаҡтар һаны, йөкмәткеһе, ҡоролошо буйынса иң сағыуҙарының береһе, унда барыусы кешеләрҙең йөҙҙәре шундай яҡты», - тип билдәләне төбәк етәксеһе.

Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров республиканың туризм министрлығын тәнҡитләне, Стәрлетамаҡтағы фестивалгә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса пенсионерҙар ебәрелмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 

«Туризм министрлығына иң түбән билдә ҡуям. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: тағы ла бер хата һәм беҙ бер көндә бөтә министрлыҡты алмаштырабыҙ. Аңлашылдымы? Һеҙ ҡайҙа сағыу сара үтерен алдан беләһегеҙ бит. 

Әгәр аңламайһығыҙ, мин һеҙгә һуңғы тапҡыр аңлатам: «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге»нең идеяһы беҙҙең фиҙакәр хеҙмәт иткән пенсионерҙарға Башҡортостандың матурлыҡтарын, ҡыҙыҡлы сараларҙы күрһәтеүҙә. Улар сувенирҙар, аҙыҡ-түлек һатып алһын, ҡала буйлап йөрөһөн, концерттар ҡараһын. Беҙ ошоға республика бюджетынан аҡса бүләбеҙ. Аңлайһығыҙмы? Ә "Купец 2.0" - иң сағыу сараларыҙың береһе. Тимәк, һеҙҙең унда системалы хата», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-21/stavlyu-kol-glava-bashkirii-raskritikoval-rabotu-minturizma-v-organizatsii-festivalya-kupets-2-0-3396353

Автор: Ләйсән Закирова

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика