16 августа Мәскәүҙәге «Атланттар йорто»нда «Ҡәләм геройҙары» Бөтә Рәсәй социаль журналистика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проекты менән «Социаль партнерлыҡ өсөн» номинацияһында лауреат исемен яуланы. Мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова ойоштороусылар ҡулынан диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
«Башинформ» агентлығы мәлүмәт порталы булараҡ, изгелекте, кешелеклекте һәм ярҙамсыллыҡты пропагандалау кеүек мөһим эштәргә ҙур иғтибар бүлә. Илебеҙ кисергән бөгөнгө ауыр осорҙа был айырыуса мөһим. Шуға күрә «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» кеүек ошондай проекттар «Башинформ» агентлығының сайтында артабан да эшләйәсәк, сөнки был Башҡортостандың иң алдынғы мәғлүмәт ресурсы», - тип билдәләне Дилә Сәғитова.
«Быть человеком» социаль проекттар үҙәге директоры Дарья Топильская һүҙҙәренсә, конкурс социаль, ирекмәнлек темаларына, кешеләр, хәл-ваҡиғалар һәм изге эштәр хаҡында яҙған журналистар, медиа ойошмалары өсөн үткәрелә.
«Алты йыл рәттән иң-иңдәрҙе, иң мөһим һәм күңелгә үтеп инерлек, нимәнелер яҡшы яҡҡа үҙгәрткән, кешеләргә йоғонто яһаған яҙма авторҙарын һайлап, финалсыларҙы Мәскәүгә саҡырабыҙ, төрлө номинацияларҙа бүләкләйбеҙ. Үткән йылдарҙа төрлө ҡалаларҙан, төрлө киң мәғлүмәт сараларынан дөйөм алғанда 3 меңдән ашыу ғариза алдыҡ. Рәсәйҙең һәр төбәгебер тапҡыр булһа ла беҙҙең проектта ҡатнашты. Материалдарҙың сифаты арта, ҡатнашыусыларыбыҙ һәм еңеүселәребеҙ күтәргән темалар шул тиклем төрлө һәм социаль әһәмиәтле, бер ябай тарих юҡ. Ҡайһы саҡта материал авторҙары ысынбарлыҡты яҡшы яҡҡа үҙгәртеп, үҙҙәре шул ваҡиға геройҙары булып китә. Башҡарған эшегеҙ өсөн рәхмәт һәм мин һеҙҙең финалсылар араһында булыуығыҙға, сәхнәнән исемегеҙ яңғырауына бик шатмын. Киләһе йылда һеҙҙең менән тағы ла осрашырға өмөтләнәм», - тип белдерҙе «Башинформ»ға Дарья Топильская.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы 2022 йылда республиканың «Маҡсат» йәштәр хәрәкәте менән берлектә Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында «Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проектын башланы. Рубрикала ябай, тыйнаҡ кешеләр тураһында һүҙ бара, улар көн һайын тыныс ҡына батырлыҡ ҡыла һәм тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Кемдер урман янғынын тиҙ арала һүндереү өсөн үҙенең шәхси тракторын бирә, кемдер үҙ аҡсаһына ҡороп барған шишмәне төҙөкләндерә, кемдер төпкөл ауылда мәктәп уҡыусыларының юлын ҡарҙан таҙарта.
Бөтә геройҙар ҙа «Ярҙам – изге эштәр ваҡыты» проектының дипломдары, миҙалдары һәм значоктары менән бүләкләнде, ә иң мөһиме – күптәре йәмғиәттә танылыу яуланы.
Быйыл июлдә «Башинформ» агентлығының махсус проектына йомғаҡ яһалды. Проектҡа тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәрткән кешеләр тураһында 100 хикәйә тупланған.
«Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» махсус проекты ярҙамында республикала йәшәүселәр хаҡында 100 үҙенсәлекле тарих тупланыҡ, улар үҙҙәренең эштәре менән тормошто яҡшырта. Һәр геройҙың үҙ тарихы бар. Геройҙар ҙа, тарихтар ҙа төрлө, әммә һәр береһен ышаныс, һәм кешеләргә тоғролоҡ берләштерә, был беҙҙең ҡаты һәм кешелекһеҙ осорҙа айырыуса ҡиммәт. Ысынлап та, был изге эштәрҙең күләме мөһим түгел. Һәр кем яҡшы эште үҙ мөмкинлектәренән һәм теләктәренән сығып башҡара. Мәҫәлән, ҡарт пенсионер тотторған 100 һум аҡса олигарх биргән миллион һумға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк. Сөнки үҙенең һуңғы тинен сығарып бирә. Ә, ғөмүмән, изге эштәр аҡса менән дә түгел, ә ярҙамсыллыҡ менән үлсәнә», - тип билдәләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.
Рубрикала донъя күргән мәҡәләләр биш телгә – рус, башҡорт, татар, мари һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителгән. Был бөтә Башҡортостан халҡы оло йөрәкле, вайымһыҙ, ярҙамсыл яҡташтары менән таныша алһын өсөн эшләнгәйне.
Авторы: Ксения Калинина