

«Тирмәкәй» балалар баҡсалары селтәре (шәхси эшҡыуар Дарья Хренова) «Батыр» хәрби-патриотик паркы» проекты менән «Движение Первых» грант конкурсында еңеү яулаған. Был хаҡта «Башинформ»ға Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Лина Сарбаева хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, проект балаларҙа мәктәпкәсә йәштән гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тәрбиәләүгә, уларҙың ялын әүҙем итеп ойоштороуға, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Проект барышында Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү төркөмдәре һәм мәктәптәр өсөн хәрби-патриотик саралар ойоштороу өсөн хәрби-патриотик парк булдырыласаҡ. Стационар комплекстар йыл дауамында эшләйәсәк.
«Балалар баҡсалары селтәре балаларҙа ватансылыҡ тәрбиәләү йүнәлешендә эшләүен, „Батыр“ паркы функционалын киңәйтеүҙе дауам итәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан геройҙарына, Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға, яугир-интернационалистарға, шулай уҡ янғын һүндереүҙә һәм ҡотҡарыу эштәрендә ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә арналған «Геройҙар аллеяһы» булдырыласаҡ. Артабан „Батыр“ паркы биләмәһендә һөнәри йүнәлеш биреү саралары, ялан күнекмәләре ойоштороу күҙаллана», — тип хәбәр итә Лина Сарбаева.
Парк мәктәпкәсә йәштәге балаларға һәм уҡыусыларға иртә һөнәри йүнәлеш бирергә, «BabySkills» ярыштарында «янғын һүндереүсе», «хәрби», «ҡотҡарыусы» компетенцияларын үҙләштерергә ярҙам итәсәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.