
Быйыл Башҡортостан мәктәптәрендә 43 спорт залы ремонтланасаҡ. 22 объектта эштәр тамамланған, ҡалғандары яңы уҡыу йылына тиклем әҙер буласаҡ. Былтыр ҙа ҡырҡ өс спорт залы яңыртылған. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Тормоштағы күп ҡаҙаныштарым өсөн спортҡа бурыслымын. Хәҙер Бөтә Башҡортостан буйынса балалар спорт менән шөғөлләнһен һәм шуға ынтылышы булһын өсөн кәрәкле шарттар булдырыу иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе тип иҫәпләйем. Ҙур ҡалаламы йә бәләкәй ауылдамы — уларҙың ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел.
Төбәктә «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты тормошҡа ашырыла. 2019 йылдан беҙ мәктәп спорт залдарын, майҙансыҡтарын ремонтлайбыҙ, инвентарҙәр һәм ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ, мәктәп спорт клубтарын үҫтерәбеҙ. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан ҙур аҡсалар йәлеп итәбеҙ, беҙҙең бюджеттан да финанслау ҡаралған. Маҡсат — 2024 йылға тиклем проектҡа республика буйынса 288 мәктәпте һәм 33 мең баланы йәлеп итеү»,- тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.