
Республика инженер лицей-интернатынан 17 йәшлек Динар Дусов менән Асҡар Арыҫланов стандартлаштырыу буйынса
Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән.
Стандартлаштырыу буйынса мәктәп уҡыусылары араһындағы халыҡ-ара олимпиада йыл һайын Көньяҡ Кореяның милли стандартлаштырыу органы — Технологиялар һәм стандарттар буйынса агентлығы (KATS) башланғысы буйынса үткәрелә.
Рәсәй командаһы Түбәнге Новгород, Томск, Ҡазан, Өфө, Севастополь, Луганск, Чебоксар һәм Новосибирск ҡалаларынан йыйылған туғыҙ уҡыусынан тора. Уҡыусылар йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ярышасаҡ.
«Халыҡ-ара олимпиадала 40 команда — Корея, Ҡытай, Рәсәй, Индонезия, Сингапур, Руанда, Ҡаҙағстан, Япония һәм Перу кеүек илдәрҙән 120 кеше ҡатнашасаҡ. Һәр ҡатнашыусы инглиз телен, стандартлаштырыу өлкәһен яҡшы белергә, эрудициялы һәм креатив булырға тейеш. Олимпиаданың төп эше — социаль әһәмиәтле темаға стандарт яҙыу. Бының өсөн ҡатнашыусыларға 6 сәғәт ваҡыт бирелә. Артабан улар үҙенең проектын жюри ағзалары алдында яҡларға бурыслы», — тип аңлатты Росстандарттың төбәк үҙәге матбуғат секретаре һәм Йәштәр стандарттар олимпиадаһы проект -менеджеры Айгөл Шәкүрова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.