05:30 (UTC+5), 15 Августа 2023

Радий Хәбиров туғандаш Дағстан халҡына Махачкала ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туғандаш Дағстан халҡына Махачкала ҡалаһында 27 кешенең ғүмерен өҙгән фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.

«Туғандаш Дағстан халҡына оло ҡайғы килде. Беҙ ҡайғыла ла, хәсрәттә лә бергә буласаҡбыҙ. Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләрен Башҡортостанға саҡырырға теләйем, бында уларға медицина һәм санатор ярҙам күрһәтеләсәк», — тип белдерҙе республика етәксеһе.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы барлыҡ тейешле хеҙмәттәргә кисектермәҫтән төбәктәге яғыулыҡ ҡойоу станцияларын тикшерергә ҡушты. 

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, Махачкалала яғыулыҡ ҡойоу станцияһында шартлау һөҙөмтәһендә 102 кеше зыян күргән, уларҙың 27-һе һәләк булған. 15 августа республикала матәм көнө иғлан ителгән.

   https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-15/glava-bashkirii-prines-svoi-soboleznovaniya-bratskomu-dagestanskomu-narodu-v-svyazi-s-tragediey-3388709

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика