20:12 (UTC+5), 15 Августа 2023

Башҡортостан Россельхознадзоры Авдондағы ҡош киҙеүе таралыу сәбәптәрен атаны

Башҡортостан Россельхознадзоры Өфө районының Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе таралыу сәбәптәрен атаны. Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр предприятиела бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған, мәҫәлән, биләмә кәртәһе емерелгән һәм ҡырағай ҡоштар осоп инә алған. Тап ошо сәбәптәр сир таралыуға килтереүе мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 августан «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың ҡош киҙеүе билдәләре менән сирләүе, күпләп ҡырылыуы теркәлгән.  Вирус лаборатор тикшереүҙән һуң раҫланды. Ҡоштарҙы яндырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында сирләүселәр теркәлмәне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Унда яҙылыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы  ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-15/rosselhoznadzor-bashkirii-nazval-predvaritelnuyu-prichinu-vspyshki-ptichiego-grippa-v-avdone-3389691

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика