

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Унда яҙылыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.
Карантин осоронда сирле ҡоштарҙы дауалау, хеҙмәткәрҙәрҙән һәм ветеринария хеҙмәте белгестәренән тыш, сит кешеләргә фабрикаға инеү тыйыла. Шулай уҡ биләмәнән ҡоштарҙы, йомортҡаларҙы, ҡош аҙығын һәм инвентарен сығарыу һәм индереү, үлгән тауыҡтарҙың йөнөн алыу, инкубаторға йомортҡалар һалыу, йорт ҡоштарын урамға сығарыу, йәрминкәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу, ҡоштарға һунар итеү тыйыла.
«Сикләү саралары, ҡырағай ҡоштарҙан тыш, һуңғы сирле ҡошто яндырғандан һуң 21 көн үткәс ғәмәлдән сығарыласаҡ», - тиелә указда.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың ҡош киҙеүе билдәләре менән сирләүе, күпләп ҡырылыуы хаҡында хәбәр итте. Вирус лаборатор тикшереүҙән һуң раҫланды. Ҡоштарҙы яндырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында сирләүселәр теркәлмәне.
Авторы: Ләйсән Зәкирова
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.