Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2023, 10:12

Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо фаразлана

Башгидрометүҙәктән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, алдағы өс көндә республикала эҫе буласаҡ. Бөгөн, 14 августа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа температураһы + 24, +29°.

Шишәмбе, 15 августа, шулай уҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан талғын. Төндә термометрҙар +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32° күрһәтәсәк.

Шаршамбы, 16 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәйәсәк. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +13, +18°, көндөҙ +26,+31°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-14/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-prognoziruetsya-zharkaya-pogoda-3386741

Читайте нас