Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2023, 14:02

Башҡортостанда «Айғыр» поезы миҙгел башынан алып 23,6 мең пассажир ташыған

29 апрелдән «Айғыр» туристик поезы, ял һәм байрам көндәрендә эшләп, 23,6 меңдән ашыу туристы уҙған йылдың май — июнь айҙарына ҡарағанда 45 процентҡа күберәк ташыған. 

Тау экспресы «Урал легендаһы» ҡышҡы турпоезының миҙгелле дауамы булып тора. Быйыл республика хөкүмәте эске туризмды хуплап субсидия бүлде һәм алдан рәсмиләштерелгән заявка шарттарында ташыусыға ойошҡан төркөмдәрҙе ташыуға 50% ташлама бирергә мөмкинлек бирҙе. 

Ағымдағы йылдың июненән июленә тиклем «Айғыр» ҙың 2 меңдән ашыу пассажиры ошондай мөмкинлек менән файҙаланған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»-ға  БППК-нан. 

Өфө станцияһынан тау экспресы 7.08 сәғәттә юлға  сыға  һәм  Айғырға 10.58 сәғәттә килә. Кире йүнәлештә ул Айғыр  станцияһынан 18.50 сәғәттә бара, Урындағы ваҡыт буйынса 22.17 сәғәттә Өфө станцияһына килә. Юлдың тулы хаҡы 431,20 һум.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-11/v-bashkirii-poezd-aygir-s-nachala-sezona-perevyoz-23-6-tys-passazhirov-3382800

Читайте нас: