05:13 (UTC+5), 11 Августа 2023

Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон ойоштороуҙы хупланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре структураһындағы икенсе башҡорт батальонын ойоштороуҙы тәҡдим итеүселәр менән осрашты.

Эске эштәр министрлығының отставкалағы полковнигы, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Артур Йомағужин белдереүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальон составына теләгән һәр кем инә алмай.

«Яңы подразделение булдырыу менән беҙ бөгөн алғы һыҙыҡта торған яугирҙарыбыҙға ярҙам итәсәкбеҙ, — ти Артур Йомағужин. - Салауат Юлаев исемендәге батальон ярты йылдан ашыу махсус хәрби операция зонаһында эшләй, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй».

Радий Хәбиров хәрби хәрәкәттәр ветерандарының башланғысын хупланы һәм яңы батальон хәрбиҙәре республиканан ярҙам сараларының тулы пакетын аласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Беҙҙә Росгвардия составында бер батальон бар, егеттәр  лайыҡлы хеҙмәт итә. Салауат Юлаевтың икенсе батальонын ойоштороу тураһындағы башланғысты хупларға ҡарар итәбеҙ. Шуға ярашлы, республиканан ярҙам саралары ошо батальонға ла ҡағыласаҡ», – тигән Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, батальон сафына инергә теләгән ирекмәндәр Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ бинаһы) адресы буйынса бүлексә штабына килә ала.

Кандидаттар 55 йәштән өлкән булмаҫҡа һәм яҡшы физик формала булырға тейеш. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы +7 (987) 023-76-00 телефоны буйынса бирергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-11/glava-bashkirii-radiy-habirov-podderzhal-sozdanie-vtorogo-batalona-imeni-salavata-yulaeva-3382011

Авторы: Эдуард Ҡусҡарбәков

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика