

Өфөнөң дәүләт автоинспекцияһы баш ҡала хакимиәте менән берлектә иҫерек водителдәр ҡатнашлығында юл фажиғәләрен иҫкәртеү өсөн муниципалитеттың рәсми сайтының «Өфө интерактив» бүлегенең махсус платформаһында «Иҫерек водитель тураһында хәбәр ит» төймәһен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ул халыҡҡа шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә мөмкинлек бирә.
«Иҫерек килеш машина йөрөтөүҙе күреп, сайтҡа инеп, шунда уҡ дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренә оператив яуап биреү өсөн ғариза ҡалдырырға мөмкин. Транспорт сараһының йәки ҡағиҙә боҙоуҙың ҡыҫҡаса тасуирламаһын хәбәр итеү, шулай уҡ, әгәр булһа, фотоһүрәттәрҙе һәм ҡағиҙә боҙоусының ҡайҙалығын өҫтәү етә», — тип белдерҙеләр ведомствола «Башинформ»-ға.
«Эскән кеше тураһында хәбәр итеп, һеҙ кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара алаһығыҙ. Берзжм тырышлыҡ менән генә хәлгә йоғонто яһарға һәм баш ҡала юлдарында кеше ҡорбандарын булдырмаҫҡа мөмкин», — тинеләр өфөләргә баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһында.
Авторы: Дарья Субботина
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.