

«Башинформ» агентлығына республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Ашығыс хеҙмәттәргә Белорет районында Айгир ауылы янында туристар төркөмө айыу күргәне тураһында хәбәр килгән.
«Ярҙам кәрәкмәне, туристар үҙҙәре ҡырағай йәнлектән ҡаса алған», — тип билдәләгәндәр ведомствола.
Дәүләт комитеты ҡырағай хайуандар менән осрашыу тәртибе ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә:
* Хайуандарға яҡын бармағыҙ. Һәм, ғөмүмән, шау - шыулы хәрәкәт итегеҙ – хайуан ҡасыр.
* Әгәр осрашһағыҙ, хайуанға китергә рөхсәт итегеҙ.
* Ҡасмағыҙ, арҡағыҙ менән әйләнмәгеҙ.
* Күҙҙәренә ҡарамағыҙ. Әммә күҙҙән дә ысҡындырмағыҙ. Уның башына йәки күкрәгенә, арҡаһына йәки ҡабырғаһына ҡарағыҙ.
* Киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. Хайуан һеҙҙе ҡурҡыныс тип һанамаһын өсөн, тыныс ҡалығыҙ. Һәм һаҡ ҡына артҡа сигенегеҙ.
* Яҡын бармағыҙ, теймәгеҙ. Һаҡ булығыҙ, ул һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтыр тип өмөтләнеп, унан ситкә тайпылығыҙ.
* Яраланған хайуандар менән бик һаҡ булығыҙ. Улар көсһөҙөрәк, шуға күрә хәүефлерәк була.
* Балаларынан алыҫ тороғоҙ. Хайуандар ғәҙәттә үҙ тоҡомдарын һаҡлай, шуға күрә, әгәр һеҙ балаларына яҡынлашһағыҙ, һөжүм итәсәк.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-10/v-bashkirii-medved-napugal-turistov-3380713
Авторы: Дарья Субботина
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.