Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2023, 09:00

Башҡортостанда видеокүҙәтеү камераһына альбинос-айыу балаһы эләккән

«Башҡортостан» милли паркында видеокүҙәтеү камераһы объективына аҡ айыу балаһы төшкән.

«Был һоро айыу балаһы һәм ул ике йыл элек ябай көрән төҫтәге айыуҙарҙан тыуған. Тиреһендә һәм йөнөндә меланин пигменты етешмәү сәбәпле, сабый-альбинос донъяға килә. Эйе, хайуандар араһында ла шундай хәл була. Хәҙер Милли парктың үҙ Умкаһы бар», – тип хәбәр итәләр ҡурсаулыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

«Был беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осраған осраҡ. Тәүге тапҡыр Башҡортостанда альбинос айыуҙы видеоға төшөрөүгә өлгәштек тип әйтһәм, яңылышмаҫ инем. Милли паркта тәүге тапҡыр. Альбинос хайуандарҙың танауҙары алһыу булырға тейешлеге билдәле. Беҙҙең айыуҡайҙыҡы – ҡара. Ни өсөн шулай икәнен аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын. Әммә беҙ уның ата-әсәһе ябай көрән төҫтә булыуын беләбеҙ», – тип аңлатма бирҙе «Башҡортостан» милли паркы етәксеһе Владимир Кузнецов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-10/v-bashkirii-v-ob-ektiv-kamery-videonablyudeniya-popal-medvezhonok-albinos-3380014

Авторы: Дарья Субботина

Читайте нас