Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2023, 16:26

Йырсы Алһыу ғаиләһе менән Башҡортостанға килгән


Популяр Рәсәй йондоҙо Алһыу атаһының тыуған төйәгендә – Илеш районының Уяндыҡ ауылында ғаиләһе менән ял итә. Башҡарыусы Башҡортостанда күптән булмауы хаҡында белдергән.
 
"Көс урыны. Башҡортостан, Уяндыҡ ауылы. Бында минең атайым тыуған, бында минең бала сағым үтте, был изге урында олатайым, өләсәйем, яҡын туғандарым ерләнгән. Күптән килгән юҡ ине, әле Сәфинә, Микелла һәм Рафаэль менән килдек. Балаларға бик оҡшаны, беҙ, әйтерһең, бәхет энергияһы менән тулыландыҡ”, – тип яҙған Алһыу.

Шулай уҡ ул бала сағында ауылдың бөтөнләй икенсе төрлө, ярлы булыуы хаҡында һөйләгән. Уның атаһы Рәлиф Сафин Уяндыҡты яңынан тергеҙгән. Ул күрше Андреевка ауылында урынлашҡан мәктәпте тамамлаған. 15 йәшендә “бер тоҡ бәрәңге” менән Өфөгә нефть институтына уҡырға инергә киткән.

Мөмкинлек килеп сыҡҡас, бәләкәй ватанына ярҙам итә башлаған. Уның әсәһенең исемен йөрөткән “Хәлиҙә” мәсетен төҙөткән, юлға асфальт һалдырған, кешеләргә кирбес йорттар төҙөргә ярҙам иткән, эш урындары булдырған, Андреевкала сиркәүҙе тергеҙгән, иҫке мәктәп урынына ҙур яңыны төҙөткән, дауахананы төҙөкләндергән. Әйткәндәй, Алһыу әле ғаилә музейы булған йортта, Андреевка мәктәбендә, тергеҙелгән ғибәҙәтханала булған.

“Урындағы халыҡтың рәхмәте һәм мөхәббәтен мин, туғандарым, балаларым әле һаман тоя. Тамырҙар, тыуған ер – шул тиклем мөһим! Быны ваҡыт үтеү менән генә аңлайһыңдыр, моғайын”, - тип йомғаҡ яһаған Алһыу.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-09/pevitsa-alsu-vmeste-s-semiey-priehala-na-rodinu-ottsa-v-bashkiriyu-3379274

Авторы: Ләйсән Зәкирова

Читайте нас: