Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2023, 20:00

Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәүселәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләне, тип хәбәр итә "Башинформ". Тейешле указға 2023 йылдың 8 авгусында ҡул ҡуйылған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән Дилара Һәм Вадим Әсәиновтар, Фидонья һәм Наил Мирғәлиевтар, Әлфиә һәм Рәсил Сәйфуллиндар, Гөлназ һәм Венер Сафиндар, Мария һәм Айҙар Туҡтаровтар бүләкләнгән.

Шул уҡ указ менән Башҡортостандан «Дорттранстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең компаниялар төркөмөнөң идара итеүсе партнеры Марат Латиповҡа «РФ-ның атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-09/prezident-rossii-nagradil-zhiteley-bashkirii-gosnagradami-3379757

Читайте нас