Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
97
+0.5
102.1
+0.12
93.24
+0.14
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август , 12:58

Хәмзә-хәҙрәт Доставалов исемендәге башҡорт батальоны һалдатының улына һәм килененә никах уҡыған

Был хаҡта "Башҡорт батальоны" телеграмма каналы хәбәр итә.

«Доставалов» яугире никах теркәү үтенесе менән махсус хәрби операция зонаһында һорай. 

«Александр Доставалов исемендәге Башҡорт батальонына барғанда Хәйбулла районы яугирен осраттым. Аралашыуҙан һәм дөйөм доғанан һуң ул миңә мөрәжәғәт итте һәм тиҙҙән Башҡортостанға ҡайтырбыҙ тип әйткәс, бик шатланып, улына һәм килененә никах уҡыуын һораны. Йәштәр бер йыл буйына атаһын көтә, ул былтыр МХО зонаһына ирекмән булып китә һәм улын өйләндереп өлгөрмәй. Тимәк, улар өсөн күптән көтөлгән бәхетле сәғәт был», — тип белдерә Хәмзә-хәҙрәт.

Башҡорт ғаиләһенә бәхетле тормош, ә яугиргә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-09/hamza-hazrat-prochital-nikah-synu-i-nevestke-boytsa-bashkirskogo-batalona-imeni-dostavalova-3378539

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков

Читайте нас в