06:45 (UTC+5), 09 Августа 2023

Өфөнән «Башҡортостан» полкы өсөн техника менән гуманитар ылау юлға сыҡты

8 августа Берҙәм логистик үҙәк базаһынан «Башҡортостан» полкының хәрби әҙерлек зонаһына 20 машинанан торған юлау юлға сыҡты. Улар килтергән иң ҡиммәтле әйбер – юлһыҙ урындан үтә алыусы техника. Ул яугирҙарға бик кәрәк, тип билдәләне республика Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов. 

Йөктө Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара. Урман ауылының янғын һүндереү бүлеге начальнигы Леонид Хуттер етенсе тапҡыр МХО-ға бара.

– Нисә тапҡыр йөрөнөм, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс хәлгә тарыманыҡ, бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Иң мөһиме: барыһын да тиҙ эшләргә. Бер сменаға, бер водитель менән барабыҙ. Тәғәйенләнгән урынға барып етәбеҙ, техниканы ҡалдырабыҙ, кире юлға водителдәр өсөн автобус ойошторолған. Сәфәр барышында мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ һәм йөктө һаҡлау өсөн яуап бирәбеҙ», – тип һөйләне ул.

Ҡағиҙә булараҡ, водителдәр ҙә тәжрибәле кешеләрҙе һайлай, әммә кемдер беренсе тапҡыр бындай юлға сыға. «Ярҙам итеү – изге эш. Бәлки, йәштәр ҡурҡалыр, ә беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Бөтә туғандарым, борсолһалар ҙа, минең ҡарарымды хупланы. Балаларға ярҙам итергә, яҡшылыҡ эшләргә, үҙендән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға кәрәк. Кәрәк булһа, үҙебеҙ ҙә китербеҙ», – тип уртаҡлаша водитель Ирек Латыпов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-08/iz-ufy-vyehal-gumkonvoy-s-tehnikoy-dlya-polka-bashkortostan-3377376

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика